Ғөбәйҙуллина Фәрзәнә
Губайдуллина Фарзана
ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА Фәрзәнә Хәйбулла ҡыҙы (14.10.1945, БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Мәзит а.), яҙыусы. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2011), РФ‑тың халыҡ мәғарифы отличнигы (1993). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1996). Стәрлетамаҡ пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1972) “Октябрь байрағы” (ҡара: “Зианчуринские зори”) гәз. әҙәби хеҙм‑р. 1975 й. алып Күмертау ҡ. мәктәптәрендә эшләй, 1997 й. — Башҡ‑н мәғарифты үҫтереү ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре, 2007 й. — БР Яҙыусылар союзы идараһының өлкән әҙәби консультанты, 2012—14 йй. — рәйес урынбаҫары. “Мәрйендәр” исемле тәүге китабы 1993 й. сыға. “Гөр‑гөр- гөрөлдәк” (1995), “Серле ҡумта” (2001) һ.б. балалар өсөн яҙылған йыйынтыҡтарының төп темаһы — тыуған яҡҡа һөйөү. “Мәктәп сәхнәһе өсөн башҡорт халыҡ йола байрамдары, сценарийҙар, пьесалар” (2001), “Мин Башҡортостанда йәшәйем” (“Я живу в Башкортостане”; 2002), “Тыуған яғым, һиңә дан йырлайым!” (“Край родной, тебя пою!”; 2007) һ.б. методик ҡулланмаларҙың төҙөүсе‑авторы. Р.Ф.Байбулатов, Т.Ғәниева, Р.Ғ.Солтангәрәев, Ф.Һ.Туғыҙбаева, Г.М.Яҡупова һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. Ғ. шиғырҙарына Н.Н.Абдуллина, А.Б.Туҡтағолов, З.Х.Фәйзуллина һ.б. йырҙар яҙған. Б.Бикбай ис. пр. лауреаты (2014).