Байбурин Ғабдулла
Байбурин Габдулла
БАЙБУРИН Ғабдулла Ғиндулла улы [1.3.1925, БАССР-ҙың Өфө кантоны Сәфәр а. (БР-ҙың Шишмә р-ны) — 19.4.1994, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], яҙыусы. РСФСР-ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1963). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тын (1952), М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (Мәскәү, 1970) тамамлаған. 1952 й. алып Октябрьский ҡ. урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1954 й. башлап “Пионер” ж. бүлек мөдире. 1958—68 йй. Башҡ. китап нәшриәтенең бүлек мөдире, 1971—75 йй. — баш мөхәррир урынбаҫары. “Яҙғы күкрәү” тигән тәүге китабы 1959 й. сыға. “Үтеп барышлай” (1975) шиғырҙар йыйынтығы мөхәббәт һәм дуҫлыҡ темаһына арналған. “Бер телем икмәк” (1972), “Ҡарлуғастар оса” (1975), “Әфлисун” (1982) йыйынтыҡтарына үҙенсәлекле, нескә юмор менән һуғарылған, кешенең тәбиғәт менән мөнәсәбәттәре проблемаларын күтәргән повестар һәм хикәйәләр ингән. Тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш темаһы балалар өсөн “Күк толпар” (1960), “Зәңгәр күбәләк” (1961) тигән әҫәрҙәрҙә лә яңғырай. “Тал бөгөлә” (1967), “Аҡ ҡоҙғон” (1971), “Зәңгәр юлдар” (1979) исемле пьесалар авторы. Я.Гашек, К.Д.Ушинский хикәйәләрен, Ш.Петефи шиғырҙарын башҡорт теленә тәржемә итә. Украин һәм ҡаҙаҡ яҙыусылары әҫәрҙәренең башҡ. теленә тәржемә ителгән йыйынтыҡтары, “Йәш көстәр” (1959—64) альманахының 6 сығарылышы, “Башҡорт хикәйәләре” (1974) антологияһын төҙөүсе. 1-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. менән бүләкләнгән (1985). Ғабдулла Байбурин исеме яҙыусының тыуған ауылындағы урамға бирелгән, шунда уҡ мәктәп бинаһына таҡтаташ ҡуйылған.