Байым Берйән
Байымов Берьян
БАЙЫМОВ Бөрйән Сафа улы (7.2.1948, БАССР-ҙың Баймаҡ р-ны 2-се Этҡол а. — 26.11.2004, Өфө, тыуған яғында ерләнгән), фольклорсы, яҙыусы. Филол. ф. канд. (1993). Журналистар союзы (1989), Яҙыусылар союзы(1993) ағзаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1980). 1983—98 йй., 2000—02 йй. — ТТӘИ‑лә, 1998—99 йй. Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклорының йыр жанрына арналған. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығын төҙөүселәрҙең береһе. Ғ.Амантайҙың тормошо һәм ижадына арналған “Атылған йондоҙ Амантай” китабы (1998); балалар өсөн “Урман бүләге” шиғыр (1987) һәм “Мажаралы төн” хикәйәләр (1993) йыйынтыҡтары, “Ҡон” повесы (2004) авторы. Урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса дәреслектәрҙе башҡорт теленә тәржемә иткән. С.Мифтахов ис. пр. лауреаты (1987).