Аралбаев Ҡәҙим
Аралбаев Кадим
АРАЛБАЙ (Аралбаев) Ҡәҙим Әбделғәлим улы (1.9.1941, БАССР‑ҙың Хәйбулла р‑ны Таңатар а.), шағир. Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры (2011). БАССР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1978). БДУ‑ны тамамлаған (1968). 1973—77 йй. “Ағиҙел” ж. әҙәби хеҙм‑ре, бүлек мөдире, яуаплы секретары; 1977—81 йй. БР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1988—93 йй. һәм 2009—11 ий. рәйесе урынбаҫары; 1981—88 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы. 1993 й. башлап “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире, 1996 й. алып — директор, 2002—08 йй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑тының рәйес урынбаҫары. “Утлы кисеүҙәр” тип аталған тәүге шиғырҙар китабы 1975 й. сыға. “Аҡ тирмә” (1982) поэмаһы юҡҡа сыҡҡан башҡорт ауылдары яҙмышына арналған. А. Салауат Юлаев (“Батыр яраһы”, 1980), Т.Г.Шевченко һәм башҡорт батыры Ҡарас (“Тарас менән Ҡарас”, 1989), Р.Й.Ғарипов (“Ҡаратау тотҡоно”, 1998) тураһында эпик әҫәрҙәр ижад итә. “Һөйөүем йондоҙо” (1986), “Әле һуң түгел” (1989) шиғри йыйынтыҡтары мөхәббәт көсөнә ышаныс, ваҡыт, шағир бурысы хаҡындағы уйланыуҙар менән һуғарылған. Тормош юлын эҙләү һәм рухи ҡиммәттәрҙең алмашыныуы темаларына яҙылған “Рух яҙыуы” (1995), “Таналыҡ тауышы” (2001) йыйынтыҡтарында шағир халыҡ поэзияһының бәйет, ҡобайыр, робағи кеүек төрлө жанрҙарына мөрәжәғәт итә. “Мәмбәт шәжәрәһе” (1994), “Һалдат бәйеттәре” (1997) фәнни‑популяр йыйынтыҡтарында 18—19 бб. шәжәрәләренең ҡулъяҙмалары тикшерелә, Беренсе донъя һуғышында ҡатнашҡан һалдаттар сығарған йыр, бәйет һәм мөнәжәт текстарының хәҙ. башҡ. теленә транскрипцияһы яһала. М.Х.Әхмәтовтың “Батырҙар ораны” (1987) ораторияһы либреттоһының авторы. Ҡ.Аралбай шиғырҙарына комп. Н.Ә.Дауытов, Р.Х.Сәхәүетдинова, Р.М.Хәсәнов, Т.М.Шәрипов һ.б. йырҙар яҙған. Шағирҙың әҫәрҙәре ҡаҙаҡ, немец, сыуаш, украин һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. “Урал” башҡ. халыҡ үҙәге рәйесе (2002—04). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев ис. Дәүләт пр. (1996), С.Чекмарёв ис. (1984), Р.Ғарипов ис. (1996), З.Биишева ис. (2000), Ф.Кәрим ис. (2009) пр. лауреаты.